6 декабрь, Шишәмбе

05 ноябрь 2015 йыл, 17:44

Өфө ҡыҙы «Рәсәйҙең иң сибәр стюардессаһы-2015» исеменә дәғүә итә

фото: конкурстың рәсми сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнән Лиана Попова «Рәсәйҙең иң сибәр стюардессаһы-2015» исеменә дәғүә итә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған, хәҙер иһә «Аэрофлот» авиакомпанияһында стюардесса булып эшләгән ҡыҙ конкурстың финалына сыҡты. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн меңгә яҡын ғариза килгән, шуларҙың 70-е һайлап алынған һәм 26-һы ғына финалға үткән.

Конкурстың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, стюардессаларҙы тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡына баһаламағандар. Ҡыҙҙарға үҙ эшенең оҫтаһы булыуын күрһәтергә тура килгән. Бигерәк тә экстремаль хәлдәрҙә эш итеүгә ҙур иғтибар бирелгән. Ҡатнашыусылар инглиз телен, самолеттың авария-ҡотҡарыу ҡорамалдарын, тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, һауа судноһы бортында сервисты ойоштора белеү буйынса тест үткән. Һуңғы әңгәмәләшеүҙә улар жюри ағзаларының төрлө һорауҙарына яуап биргән.

Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле (ул тормош иптәше менән өс йәшлек ҡыҙ тәрбиәләй) Лиана Попова өсөн «Бәйләнештә» селтәрендә конкурстың рәсми битендә тауыш бирергә мөмкин.

«Рәсәйҙең иң сибәр стюардессалары-2015» бәйгеһенең финалы 26 ноябрҙә Мәскәүҙәге Мюзик-Холда уҙа.