10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2015 йыл, 17:11

Башҡорт драма театры спектакле биш номинацияла «Алтын битлек» премияһы номинанты булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле биш номинацияла Рәсәйҙең «Алтын битлек» милли театр премияһы номинанты булды. Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса спектаклде режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған.

Спектакль бәләкәй спектакль, режиссер эше, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле (Ғәлимә роле өсөн Гөлнара Ҡаҙаҡбаева), иң яҡшы рәссам эше һәм иң яҡшы костюмдар буйынса рәссам эше (Альберт Нестеров) номинацияларында тәҡдим ителде.

72 спектакль һәм 212 режиссер, актер, рәссам «Алтын битлек» премияһы номинанттары булды. Рәсәйҙең милли премияһын тапшырыу тантанаһы 2016 йылдың 16 апрелендә Мәскәүҙең Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге музыкаль театрҙа уҙасаҡ. Номинанттарҙың тулы исемлеген премияның сайтында табырға мөмкин.