7 декабрь, Шаршамбы

05 ноябрь 2015 йыл, 16:46

Төбәктә реставраторҙар Шүлгәнташ мәмерйәһен граффитиҙан таҙартасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ноябрҙә палеолит дәүерендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса ғалимдар, белгестәр Шүлгәнташ мәмерйәһе стеналарындағы заманса граффитиҙы бөтөрөү өсөн Бөрйән районына йыйыла. Андорра кенәзлегенән Европала билдәле реставратор Эдаль Антон Гийаменың килеүе көтөлә. Ул Франциялағы Шове, Ласко һәм Руфиньяк, Испаниялағы Альтамира мәмерйәләрендәге палеолит осоро рәсемдәрен таҙартыуҙа ҡатнашҡан. Башҡортостандағы мәмерйәлә сит ил эксперты менән бергә Рәсәй белгестәре лә эшләйәсәк. Уларға республика Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге, «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итәсәк.

Ғилми-етештереү үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылда Башҡортостанда ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе реставрациялау проблемаһына арналған Халыҡ-ара симпозиум уҙғарырға ниәтләйҙәр.

«Әлеге ваҡытта ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәрҙе һаҡлау өлкәһендә билдәле белгестәрҙе саҡырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Бына улар: Альтамира музейы етәксеһе Хосе Антонио Лашерас, Тарихҡа тиклемге милли музей етәксеһе Жан-Жак Клейе-Мерль, мәмерйә һаҡлаусы Шове Мари Бардиза һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының ғилми секретары Екатерина Дэвлет», — тип һөйләнеләр ғилми-етештереү үҙәгендә.

Шүлгәнташ мәмерйәһе Рәсәйҙең тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Унда палеолит осоронда һүрәт эшләү сәнғәтенең үҫеше сағыла. Мәмерйә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.