10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2015 йыл, 15:36

Башҡортостанда Белорет ҡалаһы ситенән үткән урау юл асылды

фото: Ольга Колесникова

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Белорет районында ҡала ситенән үткән Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы участкаһының икенсе сиратын төҙөү тамамланды. Белорет — Өфө, Белорет — Магнитогорск һәм Белорет — Учалы – Мейәс автомобиль юлдарын тоташтырыусы 21,2 саҡрымлыҡ урау юл файҙаланыуға тапшырылды.

Автомобиль юлын һалыу 2006 йылда башланғайны. 11,2 саҡрымлыҡ тәүге участка 2011 йылдың октябрендә асылды.

2015 йылда икенсе сиратты төҙөү өсөн федераль бюджеттан 408 миллион һум аҡса бүленде. Бер нисә ай эсендә Ҡаҙыш ауылы эргәһендә Белорет — Өфө трассаһы менән тоташтырыусы ун саҡрымлыҡ участка төҙөлдө. Бынан тыш, Белорет — Учалы — Миәс автомобиль юлына һәм Ломовка ауылына инеү юлы һалынған. Шулай итеп, урау автомобиль юлы Белорет ҡалаһы ситенән транзит транспорты ағымын үткәрергә мөмкинлек бирҙе.

Ошо осорҙа Ағиҙел һәм Боғанаҡ йылғалары аша ике күпер, Пугачев карьеры янындағы тимер юлы аша юл үткәргес төҙөлдө. Электр тапшырыу, газ торбаһы линиялары, элемтә кабелдәре күсерелде һәм үҙгәртеп ҡоролдо.

Кисә урау автомобиль юлын асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рим Ғиләжетдинов, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Мирхәт Рәжәпов ҡатнашты.

Улар үҙ сығыштарында был ваҡиғаның Белорет халҡы өсөн генә түгел, республикала һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн дә социаль әһәмиәтле булыуын билдәләне. Белорет ҡалаһы ситенән үткән урау юл ҡала урамдарында транзит транспортын кәметергә, ҡалала экологик хәлде яҡшыртырға, юл-транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеге кимәлен арттырырға, биләмәнең инфраструктураһын һәм тораҡ пункттар араһында транспорт бәйләнешен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Был көндә иң яҡшы төҙөүселәргә почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.

темалар: юл төҙөлөшө