11 декабрь, Йәкшәмбе

05 ноябрь 2015 йыл, 14:31

Яҡташыбыҙ Кристина Осипова — халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы

фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнән Кристина Осипова 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исемен яуланы. Нидерландтарҙа уҙған донъя беренселегендә 10, 13, 16 һәм 19 йәшкәсә егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты.

Рәсәй өсөн 19 йәш шашкасы, Башҡортостандан алты спортсы сығыш яһаны. Улар араһында өфөләр Марсель Шәрәфетдинов, Кристина Осипова, Тамерлан Әхмәров, Даниил Ильин, шулай уҡ Ишембайҙан Агата Парахина, Руфина Әйүпова бар.

Башҡортостан спортсылары иң көслө унау иҫәбенә инде, ике тапҡыр призер булды. Кристина Осипованан тыш, ошо уҡ төркөмдә (16 йәшкәсә) Агата Парахина 6-7 урынды бүлеште, Руфина Әйүпова — туғыҙынсы. Марсель Шәрәфетдинов та туғыҙынсы булды. Даниил Ильин 13 йәшкә тиклемге малайҙар араһында өсөнсө, Тамерлан Әхмәров — алтынсы.

Кристина Осипова — команда зачетында Рәсәй чемпионы (Башҡортостандың йыйылма командаһы составында), 2013 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй кубогына эйә булыусы. 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында донъя беренселегендә бронза призер (2013 йыл).