6 декабрь, Шишәмбе

05 ноябрь 2015 йыл, 13:11

Әҙәби марафонды республиканың көнбайыш райондарында ҡаршы алалар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда әҙәби марафон республиканың көнбайыш төбәгендәге ҡала һәм райондарға күсте. 6 ноябрҙә уны Туймазы районы ҡабул итә. Сара ошо ерҙә тыуып үҫкән танылған драматург Әсғәт Мирзаһитовтың ҡәберенә сәскәләр һалыуҙан башлана.

Муниципалитет хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, артабан Биләмә-ара үҙәк китапханала «Туймазы районының әҙәби картаһы» һәм «Тыуған яҡ тауыштары» тип аталған йыйынтыҡтың исем туйы уҙа. Китапҡа Туймазы районының билдәле шағирҙары һәм яҙыусылары Тимер Арыҫлан, Әсғәт Мирзаһитов, Суфиян Сафуанов, Эдуард Солодовников, Муса Сиражи һәм Камил Йыһаншиндың әҫәрҙәре тупланған.

Китап уҡыусылар һәм марафонда ҡатнашыусылар шулай уҡ урындағы шағирҙарҙың ҡулъяҙмаларын тикшерәсәк.

Республика әҙәби марафонының икенсе өлөшө Туймазы дәүләт татар драма театрында дауам итә. Унда әҙәби-музыкаль кисә ойошторола һәм Октябрьский ҡалаһына әҙәби марафондың символы — Китапты тапшырыу тантанаһы була.