9 декабрь, Йома

05 ноябрь 2015 йыл, 12:21

Башҡортостанда Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 5 ноябрҙә Башҡортостанда Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре асылды. Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» майҙанында рәсми, эшлекле һәм мәҙәни саралар үтә, унда Ҡытайҙан килгән 200-ҙән ашыу ҡунаҡ ҡатнаша.

Әлеге мәлдә республика Хөкүмәте менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Цзянси провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Документ Башҡортостан менән Ҡытайҙың берлектәге инвестиция эшмәкәрлегенең яҡшы дауамы буласаҡ.

Шулай уҡ бөгөн Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Цзянси провинцияһының Туристик үҫеш комиссияһы араһында туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү хаҡында меморандумға ҡул ҡуйыласаҡ.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, саралар программаһында «b2b»-һөйләшеүҙәр форматында эшлекле осрашыуҙар, күргәҙмәләргә, музейҙарға барыу, провинцияның туристик һәм мәҙәни ҡеүәте менән таныштырыу, Цзянси циркы труппаһы сығышы, шулай уҡ «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалыу һәм Рәсәй-Ҡытай йәштәре клубын асыу тантанаһы ҡаралған. Республика халҡы өсөн Цзянси провинцияһы тауар етештереүселәренең сауҙа-иҡтисади күргәҙмәһе эшләй.