9 декабрь, Йома

05 ноябрь 2015 йыл, 11:28

Земфира Өфөлә үтәсәк концертының датаһын билдәләне

фото: Zemfira.ru сайты

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Өфөлә Земфираның концерты була. Йырсының рәсми сайтында «Бәләкәй кеше» тип исемләнгән яңы концерт турының даталары хаҡында мәғлүмәт баҫылды. Гастролдәр 4 февралдә Омск ҡалаһында башлана.

11 октябрҙән сайтта күренә башлаған видеороликтарҙа Өфө ҡыҙы концерттар уҙасаҡ ҡалалар исемлеген төҙөй. Унда баш ҡалабыҙ дүртенсе урында.

2016 йылдың 1 апрелендә «Олимпия» спорт комплексында тамамланасаҡ тур алдынан Земфира 20 йырҙан торған исемлек төҙөп, olimp@zemfira.ru адресына ебәрергә тәҡдим итте. Йырсының ошо тәҡдимде файҙаланыуы икеле, әммә «бының булыуы ихтимал».

Земфира Өфөлә 2013 йылда Ҡала көнөндә сығыш яһағайны.