8 декабрь, Кесе йома

05 ноябрь 2015 йыл, 10:11

Рөстәм Хәмитов: «Халҡыбыҙ һәр саҡ ауыр һынауҙарға бергәләп ҡаршы торған»

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 4 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

– Был көн тарихыбыҙҙың данлы биттәрен, төрлө дин, милләт, ҡатлам кешеләренең Тыуған илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо, именлеге өсөн Ватаныбыҙҙы илбаҫарҙарҙан азат иткән осорҙо иҫкә төшөрә. Бынан бик күп йылдар элек башҡортттар һәм башҡа халыҡтар Мәскәүҙе ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан. Ата-бабаларыбыҙҙың илһөйәрлеге милләттәр һәм граждандар араһындағы татыулыҡты нығытыу, илде тотороҡло үҫтереү буйынса бөгөнгө эштәребеҙҙә дауам итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Халҡыбыҙ һәр саҡ ауыр һынауҙарға бергәләп ҡаршы торған. Берҙәмлек, яуаплылыҡ, илһөйәрлек. Тап ошо сифаттар ҡот осҡос һуғышта еңеп сығырға ярҙам иткән. Быйыл бөтә донъяла Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы билдәләнде. Был шулай уҡ яңы тарихыбыҙҙа, Ҡырымды һәм Севастополде Рәсәйгә ҡайтарыуҙа ла сағылыш тапты.

Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Мысырҙа булған авиаһәләкәт ҡорбандарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Илебеҙ халҡы ҡайғы уртаҡлашырға, ярҙам итергә һәләтле булыуы менән айырылып тора, тип билдәләне республика Башлығы.

– Ватан тарихы фәһемле һабаҡ бирә. Ул милли мәнфәғәттәрҙе яҡлау ил хәүефһеҙлегенең, уның тотороҡлоғон нығытыуҙың төп шарты икәнлеген иҫкә төшөрә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Рәсәйҙең һәм уның төбәктәренең именлеге ҡатмарлы мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә белеүгә бәйле. Бөгөн республика иҡтисадты нығытыу буйынса бурыстарҙы хәл итә, финанс тотороҡлоғон һаҡлай, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәй, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтә, шуның менән бергә илдең динамикалы үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.

Байрам сараһы ижади коллективтарҙың һәм башҡарыусыларҙың сығышы менән тамамланды.