9 декабрь, Йома

03 ноябрь 2015 йыл, 17:09

Өфөлә дәүләт телдәре һәм Башҡортостан халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында киң мәғлүмәт сараларында дәүләт телдәре һәм төбәк халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса ижади конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башланы. Бәйгелә республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзит, журнал редакциялары һәм айырым авторҙар, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет, телевидение һәм радио) ҡатнаша ала.

Агентлыҡтың баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова хәбәр итеүенсә, бәйге өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Былтыр унда 40-ҡа яҡын киң мәғлүмәт саралары редакциялары ҡатнашҡан. Мәҡәлә һәм телерадиотапшырыу авторҙары дәүләт телдәрен уҡытыуҙың мөһим проблемаларын тикшерә, тел йүнәлешендәге саралар хаҡында бәйән итә. Конкурс йомғаҡтары Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған сараларҙа билдәле буласаҡ.

Бәйгегә 2015 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә. Эштәрҙең һаны сикләнмәй. Материалдарҙы 2015 йылдың 10 ноябренә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә. Телефон: (347) 218-07-72. Конкурс тураһында положение, ҡатнашыу өсөн ғариза Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының рәсми сайтында баҫылған.