11 декабрь, Йәкшәмбе

03 ноябрь 2015 йыл, 16:44

«Рәсәй студенты-2015» конкурсында республика исеменән БДУ студенты сығыш яһай

фото: шәхси архивтан

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Рәсәй студенты-2015» конкурсында Башҡортостан исеменән Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалының «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» йүнәлешенең 4 курс студенты Александр Плюш сығыш яһай. Ул ошо бәйгенең төбәк этабында еңеү яуланы.

БДУ-ның матбуғат үҙәгендә аңлатыуҙарынса, аҙна самаһы проекттың рәсми сайтында конкурстың финалына сыҡҡан Башҡортостан студенттары өсөн тауыш биреү барған. Александр өс ярышташын — Өфө дәүләт авиация техник университетынан Александр Комзоловты, Башҡорт дәүләт университетынан Александр Картухты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетынан Әлим Абдурахмановты уҙып китеп, 919 тауыш йыйған.

«Рәсәй студенты-2015» конкурсының һуңғы этабы 19 ноябрҙән 26-на тиклем Иваново ҡалаһында уҙа.