Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

«Салауат Юлаев» һәм «Югра» уйынсылар менән алмашты

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Салауат Юлаев» һәм «Югра» уйынсылар менән алмашты. Һөҙөмтәлә 18 йәшлек һаҡсы Руслан Петрищев — Өфө клубына, һөжүмсе Андрей Анкудинов «Югра»ға күсте.

«Анкудиновтың төп составта даими урыны булмағанлыҡтан, ул алмаштырыуҙы һораны. «Югра» менән һөйләшеп килешкәс, йәш һаҡсылы булдыҡ. Хәҙер ул «Толпар» өсөн уйнаясаҡ, артабан ҡарарбыҙ», — тип аңлатма бирҙе «Салауат Юлаев»тың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд.

Руслан Петрищев Йәштәр хоккей лигаһында «Югра мамонттары» өсөн уйнаны. 2013/14 йылдар миҙгелендә Рәсәй беренселегенең бер нисә уйынында Өфөнөң Олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе өсөн сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть