10 декабрь, Шәмбе

03 ноябрь 2015 йыл, 15:30

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Беҙҙекеләрҙе бел! Яҡташтар хаҡында яҡташтар» тип аталған яңы тапшырыу башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Беҙҙекеләрҙе бел! Яҡташтар хаҡында яҡташтар» тип аталған яңы тапшырыу эфирға сыға. Программала бала сағы һәм йәшлеге Башҡортостанда үткән кешеләр тураһында һүҙ бара. 15 ноябрҙә киске 8 тула 15 минутта «Беҙҙекеләрҙе бел! Яҡташтар хаҡында яҡташтар» тапшырыуының премьераһы була, тип хәбәр итте телеканалдың матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.

Һәр сығарылышта геройҙарҙың береһе үҙе, туғандары һәм дуҫтары хаҡында һөйләй, тыуған төйәгенән ситтәге тормошо, шөғөлдәре һәм ҡыҙыҡһыныуҙары менән таныштыра. Тапшырыуҙың геройҙары — илебеҙҙә һәм донъяла билдәле төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре: табиптар һәм артистар, сәйәсмәндәр һәм журналистар, рәссамдар һәм йырсылар, төҙөүселәр һәм бейеүселәр.

Проекттың авторҙары — Санкт-Петербургта йәшәүсе яҡташтарыбыҙ. Программаның тәүге сығарылышы Өфө ҡыҙы, үҙ ваҡытында билдәле журналист, «Шәреҡ» телерадиокомпанияһы мөхәррире булған Елена Федотоваға арналған. Көнбайышта танылыу яулаған, әммә Рәсәйҙә билдәле булмаған рус эмигранты, рәссам, режиссер-аниматор, «энәле экран» техникаһын уйлап табыусы Александр Алексеев менән туғанлығы асыҡланыуы уның яҙмышында ҡырҡа боролош яһай.

«Детективҡа торошло тарих элекке фотоһүрәттәр, шаһиттарҙың, күренекле шәхестәрҙең — мультипликатор Юрий Норштейндың, кинорежиссер Никита Михалковтың, Алексеевтың ҡыҙы һәм ейәненең хәтирәләре менән үрелеп бара», — тине идея авторы һәм «Беҙҙекеләрҙе бел!» проекты етәксеһе Розалиә Сәмиғуллина.