5 декабрь, Дүшәмбе

03 ноябрь 2015 йыл, 14:37

Республикала ауыл хужалығы йәрминкәләрендә аграрийҙар 71,2 миллион һум табыш алған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Уҙған ял көндәрендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә аграрийҙар 71,2 миллион һум табыш алған. Көҙгө йәрминкәләр Өфө, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Бөрө, Ишембай, Октябрьский ҡалаларында, Стәрлебаш, Саҡмағош һәм Әлшәй райондарында үтте.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, республикала бөтәһе 2385 сауҙа нөктәһе ойошторолдо. Сауҙа майҙандарының күбеһе Өфөлә эшләне: 31 октябрҙә — 18, 1 ноябрҙә — 11. Уларға 45 райондан 1593 автомобиль килде. Йәрминкәләрҙә 15,7 тонна бал, 219 тонна картуф, 202,5 тонна йәшелсә, 133 тонна ит һәм 8,8 тонна ҡош ите һатылды.