Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Мәҙәниәт министрлығы «Сәнғәт төнө»нөң күңел асыу сараларын уҙғармай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

А321 самолетының һәләкәткә тарыуына бәйле Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙы «Сәнғәт төнө» сиктәрендәге күңел асыу сараларын үткәрмәҫкә саҡырҙы.

«Һуңғы көндәрҙә булып уҙған фажиғәле ваҡиғаларға бәйле Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы учреждениеларҙы 3 ноябрҙән 4-нә ҡарай төндә үтәсәк «Сәнғәт төнө» сиктәрендәге күңел асыу сараларын алмаштырырға саҡырабыҙ. Алмаштырып булмаған хәлдә, уларҙы уҙғармаҫҡа йәки икенсе көнгә күсерергә тәҡдим итәбеҙ», — тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы ла ошоға оҡшаш саҡырыу менән мөрәжәғәт итте.

3 ноябрҙә Рәсәйҙә Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән өсөнсө тапҡыр «Сәнғәт төнө» акцияһы уҙғарыла. Сара Халыҡтар берҙәмлеге көнө сиктәрендә ойошторола. Башҡортостандың бөтә мәҙәниәт учреждениелары ла акцияға ҡушыла. Республика музейҙарының саралар планы Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть