9 декабрь, Йома

03 ноябрь 2015 йыл, 12:57

Аҙна һуңына тиклем төбәктә епшек ҡар яуасаҡ, юлдарҙа — боҙлауыҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары күҙаллауынса, был аҙнала Башҡортостанда епшек ҡар яуасаҡ, боҙлауыҡ буласаҡ. Көндәр болотло торасаҡ. Һауа температураһы 4 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы.

Айырым райондарҙа буран сығыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы юлдарҙа хәүеф тыуҙыра, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Төндә һәм иртән юлдың айырым урындарында томан, күренеүсәнлектең 500-300 метрға тиклем насарайыуы ихтимал.

Аҙна һуңында атмосфера баҫымы күтәрелә, һауа температураһы түбәнәйә, төндә — 5-10, көндөҙ 1-6 градус һалҡын. Ял көндәрендә яуым-төшөм кәмей.