3 декабрь, Шәмбе

03 ноябрь 2015 йыл, 12:20

Баш ҡалала балалар лагерындағы медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә билдәләнде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө ҡала Советы муниципаль балалар һауыҡтырыу лагерҙары хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү буйынса бер нисә ҡарар ҡабул итте. 2016 йылда ошо учреждение медиктары өсөн хеҙмәт хаҡына өҫтәмә билдәләү күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, табиптарға — 15 мең, шәфҡәт туташтарына 5600 һум күләмендә өҫтәмә ҡаралған.

Ҡарар Өфө ҡала Советы ултырышында ҡабул ителде. Өҫтәмәләр июндән авгусҡа тиклем йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда ғына ғәмәлдә буласаҡ, тип билдәләй депутаттар. Ҡала бюджетынан ошо маҡсатҡа 586 мең һум бүленәсәк.

Депутаттар аңлатыуынса, был юғары квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәрен балалар лагерҙарында ҡалдырыу өсөн эшләнә. Ошо учреждениеларҙа эшләгән ваҡытта табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының уртаса хеҙмәт хаҡы башҡа медицина учреждениеларына ҡарағанда түбән. Өҫтәмәләр ошо айырманы ҡапларға һәм медиктарҙың балалар лагерында эшләүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырырға тейеш.