8 декабрь, Кесе йома

03 ноябрь 2015 йыл, 11:42

Өфө ҡала Советы мотоспортты үҫтереүгә 6 миллион һум аҡса бүлде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө ҡала Советы мотоспортты үҫтереүгә алты миллион һум субсидия бүлде. 3 ноябрҙә ҡала Советы ултырышында Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгенең матди-техник базаһын нығытыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн финанслау тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Депутаттар аңлатыуынса, был аҡсалар мототехника һатып алыуға йүнәлтелә. Бынан тыш, аҡсалар юниорҙар командаһының республика һәм бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыуына бәйле сараларға китәсәк. Клубҡа ярҙам күрһәтеү балалар һәм йәштәр араһында мотоспортты популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй депутаттар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй Башҡортостандың Мотоциклет федерацияһы президенты, атҡаҙанған спорт мастеры һәм 19 тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников Башҡортостандың Мотоциклет федерацияһы ағзаларына биләгән вазифаһынан бушатыу тураһында ғаризаһын ҡарау үтенесе менән мөрәжәғәт иткәс, ошо спорт төрөнә ярҙам итеү мәсьәләһе киҫкенләште.

Ул 2015 йылдың февралендә Өфөләге Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәген финанслауҙы туҡтатыу шундай ҡарар ҡабул итеүенең төп сәбәбе тип атаны.