4 декабрь, Йәкшәмбе

03 ноябрь 2015 йыл, 10:36

Рөстәм Хәмитов республиканың суд приставтарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы коллективын һөнәри байрамдары һәм Рәсәйҙә суд приставтары институты ойошторолоуҙың 150 йыллығы менән ҡотланы.

– Суд приставтары һәр саҡ Ватанға намыҫлы хеҙмәт итте, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡланы. Илебеҙҙең яңы тарихында һеҙҙең структура үҙ аллы власть органы булараҡ ун йыл самаһы элек булдырылһа ла, алтынсы тапҡыр байрамын билдәләй. Ул, һис шикһеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһында айырым урын биләне, – тине Рөстәм Хәмитов. – Закондың көсө, хоҡуҡ тәртибе һәм иҡтисади именлек суд ҡарарҙарының ваҡытында үтәлеүенә бәйле. Был иһә йәмғиәттәге социаль мөхитте, халыҡтың дәүләткә ышанысын билдәләй.

Төбәк Башлығы бурыслы кешеләр, шулай уҡ хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстары булған предприятиелар менән эштә суд приставтары институтының мөһим ролен билдәләне.

– Республика ҡаҙаныштарында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар. Күләмле социаль программаларҙы финансһыҙ тормошҡа ашырып булмай. Һеҙ бөтә кимәлдәге бюджетты тулыландырыу, граждандарҙың һәм предприятиеларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау кеүек мөһим бурыстарҙы уңышлы атҡараһығыҙ. Приставтарҙың һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында быйыл бөтә кимәлдәге бюджеттарға – 2,3 миллиард һумдан ашыу, граждандар һәм ойошмалар файҙаһына иһә ике тапҡырға күберәк аҡса күсерелгән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса идара итеү тәжрибәһе башҡа территориаль органдар өсөн өлгө булып тора. Дөйөм алғанда, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы башҡарылған эш күләме буйынса илдә иң яҡшы унау иҫәбендә. Ошондай һөҙөмтәләрегеҙ менән республикабыҙҙың абруйын нығытаһығыҙ.

Төбәк етәксеһе хеҙмәткә йөкмәтелгән бурыстарҙың уңышлы хәл ителеүен теләне һәм идаралыҡтың лайыҡлы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.