4 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2015 йыл, 18:52

Златоуст ҡалаһында башҡорт халыҡ әкиәттәре байрамы ойошторолдо

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Ошо көндәрҙә Златоуст ҡалаһында башҡорт халыҡ әкиәттәре байрамы уҙғарылды. «Бергәләп уҡыйбыҙ… Ҡысҡырып уҡыйбыҙ!» проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының ҡала бүлексәһе башлығы Виктор Рощупкин етәкселегендә уҡыусылар башҡорттарҙың әкиәт донъяһына юлланды.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров һөйләүенсә, 10-сы балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре уҡыу залын тирмәгә әйләндергән. Милли йыһаздар балаларҙы мажаралы, тылсымлы һәм изгелектең яуызлыҡты еңеүе менән тамамланған әкиәткә сумырға ярҙам итте. Уҡыусылар иғтибарына «Айыу менән бал ҡорттары» әкиәте тәҡдим ителде. Виктор Рощупкин үҙенең яратҡан китаптары, халыҡ әкиәттәрендәге өгөт-нәсихәттәргә ҡолаҡ һалыуҙың — изгелек ҡылыуҙың мөһим булыуы хаҡында һөйләне. Китапханасылар башҡорттарҙың көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалымы менән таныштырҙы.

Ҡунаҡтар милли кейемдәр кейеп, халыҡ уйындарын уйнаны. Осрашыу һуңында Рәсәй балалар фондының Силәбе өлкәһендәге бүлексәһе йәш китап уҡыусыларға бүләккә китаптар тапшырҙы.