11 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2015 йыл, 18:28

Рөстәм Хәмитов хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты бөтөрөү буйынса тәү сираттағы сараларға арналған төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

– Ҡайһы бер сәнәғәт предприятиелары, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре, төрлө сәбәптәр табып, хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләмәй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һәр осраҡты ентекле тикшерергә кәрәк тип иҫәпләйем. Ғәйеплеләр язаһын алырға тейеш.

Бөгөнгә Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 150-нән 200 миллион һумғаса тәшкил итә, тип хәбәр итте төбәк Башлығы.

– Мин был хәлде контролдә тотам. Хеҙмәт хаҡын түләмәүселәргә баҫымды кәметергә йыйынмайым, – тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың 1 октябренә хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс 200 миллион самаһы тәшкил итә. Иң ҙур бурыс — Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында, шулай уҡ Туймазы районында. Татьяна Астрелина бурысты бөтөрөү мәсьәләләрен һөҙөмтәле хәл итеү өсөн ведомстволар араһында үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтергә тәҡдим итте.