7 декабрь, Шаршамбы

02 ноябрь 2015 йыл, 17:19

2016 йылда Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар арта

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2016 йылдың икенсе ярты йыллығында Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 5,8 процентҡа артасаҡ. Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән киләһе йылға халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү индексы раҫланды.

Дөйөм ҡағиҙә буйынса тарифтарҙы индексациялау икенсе ярты йыллыҡта үткәрелә, шуға күрә 2016 йылдың 1 июленә тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар артмаясаҡ. Билдәләнгән ваҡыттан һуң төбәктәр коммуналь түләүҙәр күләмен күтәрә ала.

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң ҙур хаҡ Мәскәүҙә (7,5 процент), Санкт-Петербургта, Саха (Яҡут) Республикаһында һәм Камчатка крайында көтөлә (6,5 процент). Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе индексациялау 5,8 проценттан артмаҫҡа тейеш.