4 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2015 йыл, 15:58

Синоптиктар Өфөлә буран сығыуын һәм боҙлауыҡ булыуын күҙаллай

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республика биләмәһенә әүҙем циклон килгәнгә күрә, синоптиктар Өфөлә йәнә һауа торошоноң боҙолоуын күҙаллай. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2 ноябрҙән 4-нә тиклем баш ҡалала ваҡыты менән епшек ҡар яуыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға ҡар йәбешеүе, еңелсә буран сығыуы көтөлә. Төндә һәм иртән юлдың айырым урындарында боҙлауыҡ. Һауа температураһы көндөҙ 0-2 градус йылы, төндә 2-4 градус һалҡын буласаҡ.

Ҡаланың «112-се ҡотҡарыу хеҙмәте» урамдарҙа электр тапшырғыс линиялары, ағастар, реклама таҡталары эргәһендә, автомобиль юлдарын үткән саҡта һаҡ булырға саҡыра. Водителдәргә иһә тиҙлек режимын һаҡлау мөһим. Көслө ел сығыу һәм епшек ҡар һырыуы һөҙөмтәһендә ағастарҙың йығылыуы ихтимал. Автомобилдәрҙе ағастар янына ҡуйырға кәңәш ителмәй.