11 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2015 йыл, 15:17

Башҡорт музыканты Көньяҡ Кореяла һәм Төркиәлә ТӨРКСОЙ ойошмаһы сараларында ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Илнур Хәйруллин традицион музыка ҡоралдарында уйнаған төрки музыканттары өсөн гастролдә ҡатнашты. Көньяҡ Корея һәм Төркиә ҡалалары буйлап сәфәрҙе «ТӨРКСОЙ» халыҡ-ара төрки мәҙәни ойошмаһы ойошторған. Ҡатнашыусылар араһында Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан һәм Рәсәй төбәктәре — Башҡортостан, Яҡутстан, Тыва, Хакасия вәкилдәре булды.

Көньяҡ Кореялағы Даегу ҡалаһында «Эпостан көйгә: традицион төрки музыка мәҙәниәте» тигән халыҡ-ара конференция уҙҙы. Форумға Бөйөк Ебәк юлын өйрәнеүсе Европа һәм Азия ғалимдары килде. Унда сәнәғәт һәм ғилми хеҙмәттәшлек проблемалары ғына түгел, мәҙәни бәйләнеш мәсьәләләре лә ҡаралды. Төркиәнең Чешме һәм Измир ҡалаларында «Ҡорҡот ата һәм төрки донъяһы» халыҡ-ара төрки донъяһы конгресы үтте. Илнур Хәйруллин «Урал», «Сыңрау торна», «Аҡ яурын сал бөркөт» боронғо башҡорт көйҙәрен, халыҡ марштарын уйнап ишеттерҙе. Ул ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа ла уйнаны, өзләне лә, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтендә.

«Бындай осрашыуҙар музыканттарҙы үҫтерә, халыҡтар араһында мәҙәни традициялар менән алмашыуға һәм төрки донъяһындағы милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә», — тип билдәләне музыкант.

темалар: төрксой