Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.91 ↑

EUR 69.68 ↑

27 июль, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй банкы яңы иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

2015 йылдың 2 ноябрендә Рәсәй банкы «Ливадия һарайы (Николай Петрович Краснов)» 25 һумлыҡ иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарҙы. Тиражы — 1,5 мең дана. Ул «Рәсәйҙең архитектура ҡомартҡылары» серияһына ҡарай.

Бер яғында Рәсәй банкының эмблемаһы — ике башлы сәмреғоштоң рельефлы һүрәте төшөрөлгән. Аҫтараҡ «Рәсәй банкы» тип яҙылған. Тәңкәнең икенсе яғын архитектор Николай Красновтың һәм Ливадия һарайының рельефлы һүрәттәре биҙәй. Портрет аҫтында «Николай Петрович Краснов» тип яҙылған. Тәңкә «пруф» сифатында яһалған.

Рәсәй банкының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Хәрби дан ҡалалары» серияһындағы ҡиммәтле булмаған металдан яһалған 10 һумлыҡ тәңкәләр әйләнешкә сығарыла. Серия «Дондағы Калач», «Ковров», «Ломоносов» аҡсалары менән тулыландырыла. Был сериялағы 33 тәңкә әйләнештә йөрөй. Һуңғыһы, «Грозный», быйыл сентябрҙә сығарылды. Тәңкәләрҙең тиражы — һәр төрө 10 миллион дана. Рәсәй биләмәһендә яңы аҡсалар законлы түләү сараһы булып иҫәпләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть