5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2015 йыл, 13:02

«Башҡортостан ҡыҙы» журналында йөҙ йәшкәсә оптимизмды нисек һаҡлау хаҡында бәйән ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының октябрь һаны донъя күрҙе. Баҫма республикабыҙҙа йәшәүсе уңышлы, ҡыҙыҡлы һәм лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән таныштырыуын дауам итә.

Көҙ уртаһы күңелдәрҙе ниндәйҙер серле һәм һағышлы моңға сорнай. Ә бына журнал тышлығындағы мөләйем ханымдың күҙҙәрендә, киреһенсә, сикһеҙ дәрт һәм өмөт нуры. Туҡһан йәшен шулай күтәренке күңел менән ҡаршылаған апайҙарыбыҙ булғанда, беҙгә, көҙ килде тип, нишләп һағышланырға әле? Ғүмере буйы балалар менән эшләгән Мәхтүмә Ислам ҡыҙының унынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫҡанда ла һаман уҡыусыларынан айырылмауы, уларҙың хәстәрҙәре һәм уй-хыялдары менән йәшәүенә һоҡланып бөтөрлөк түгел. Уның хаҡында Гөлшат Ҡунафинаның «Уҡытыусы хәтирәләре» тигән мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.  

Баҫманы баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның Сибай ҡалаһында уҙған мөнәжәт башҡарыусылар бәйгеһе хаҡындағы «Йыһанға олғашыр рәхмәт» исемле материалы аса. Онотолоп барған мөнәжәт әйтеү йолаһын тергеҙгән ағинәйҙәрҙең сағыу фотоһүрәттәре лә йөрәктәрегеҙгә йылы өҫтәр.

«Кәңәшле эш тарҡалмаҫ» рубрикаһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте үткәрәсәк «Ҡатын-ҡыҙ. Ваҡыт. Донъя» тигән ғилми-ғәмәли конференцияға әҙерләнеүсе мәртәбәле ханымдарҙың һиммәтле фекерҙәре менән танышырға мөмкин. Ойошманың 25 йыллығына арналған йыйын алдынан ил инәләре ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ алдында торған проблемалар һәм бурыстарҙы барлай. «Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!» рубрикаһында популяр «Эҙәрмән» тапшырыуын алып барыусы, билдәле ғалимә һәм журналист Гүзәл Хәмитованың яҙмышы, ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәре, сәйәхәт мажаралары хаҡында белерһегеҙ.

Альбина Ғөбәйҙуллинаның «Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар» проектында был юлы ҡунаҡта — билдәле актриса Рәмилә Сәлимгәрәева һәм уның скрипкала уйнап донъя кимәлендә дан алған ҡыҙы Айһылыу Сәйфуллина. Әсәй менән ҡыҙ баланың үҙ-ара мөғәмәләһе, мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡороуы, ғаилә серҙәрен асыуы барыһына ла ҡыҙыҡлы булыр, моғайын.

«Ул йылдарҙың даны мәңгелек» тип аталған публицистик яҙмалар бәйгеһенә Учалынан Гәүһәр Мозафарова-Әлибаева олатаһы — Дан ордендарының тулы кавалеры Әҙһәм Әлибаев хаҡында иҫтәлектәрен тәҡдим итә. «Әҙәби балҡыш»та һеҙҙе Мәҙинә Йәғәфәрованың «Ҡәҙер кисендә» хикәйәһе һәм Сибайҙан Фәрүәз Сәйфуллиндың мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙары көтә.

«Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ» рубрикаһы билдәле режиссер-педагог, ғүмерен театр артистарын әҙерләүгә арнаған Фәрдүнә Ҡасимованың яҙмышы, шәхси тормошо һәм күңел кисерештәренә арналған. Альмира Кирәеваның «Был донъяла бөтә нәмә әйләнеп ҡайта» тип аталған материалы замандашыбыҙ Наилә Вәлиеваның фиҙаҡәр хеҙмәт юлы һәм тормошҡа игелекле мөнәсәбәте хаҡында.

«Милли йолаларыбыҙ» рубрикаһында «Аулаҡ өй»ҙө иҫләп ҡыуанырһығыҙ. «Ғаилә янсығы» иһә фатир алырға теләүселәргә нисек отолмаҫҡа өйрәтер. «Техника ҡаҙаныштары» рубрикаһында Гөлнара Буранҡаева небулайзерҙар, уларҙы ниндәй осраҡтарҙа ҡулланыу кәрәклеген тәфсирләй. Ә һеҙ яратҡан «Сихәт» бите аша остеопороз ауырыуынан һаҡланыу сараларын өйрәнерһегеҙ. «Үҙем асҡан хәҡиҡәт» рубрикаһында блогер-журналист Гөлназ Ишемғолова донъя көтөү серҙәре менән бүлешә.

Ҡорамасылар бәйгеһенә журнал уҡыусыларыбыҙ сағыу-сағыу ҡул эштәрен ебәреүҙе дауам итә. Уларҙың иң гүзәл өлгөләре журнал биттәренән урын алған. «Камиллыҡҡа ынтылыш» рубрикаһында күрһәтергә был юлы «ZILIART» матурлыҡ салоны хужабикәһе Зилиә Йәғәфәрова өсөн модельер, тегеү оҫтаһы Сайма ханым Хәсәнова теккән кейем өлгөләре һайланған. «Тәмлекәс» тә ҡунаҡта — торттар бешереү оҫтаһы Лиана Абдрахманова. Ул өй шарттарында тортты мастика менән биҙәү серҙәрен асып, аҡ сәйнүк формаһында торт бешерергә өйрәтә.    

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы, шулай итеп, һәр ваҡыттағыса тормошсан, шул уҡ ваҡытта рухи аҙыҡҡа ла урынды йәлләмәгән. Ундағы кәңәштәр көнитмешегеҙҙе еңеләйтһен, донъяуи фекерҙәр күңелегеҙҙе байытһын», — тип билдәләйҙәр баҫма редакцияһында. 2016 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу хаҡы — 611 һум 82 тин. Тағы ла журналдан күңелле яңылыҡ: кем дә кем үҙе яҙыла, йәнә лә ике яҡын кешеһенә ярты йылға подписка бүләк итеп, өс квитанцияны ла редакцияға ебәрә, шуға бүләккә боронғо биҙәктәр төшкән матур алъяпҡыс эләгәсәк. Хат менән был өс кешене бәйләгән ептәр, уларҙың танышыу тарихы һәм дуҫлығы хаҡында мәғлүмәт тә һалырға кәрәк. Иң ҡыҙыҡлы яҙмалар журнал биттәрендә урын аласаҡ.