5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2015 йыл, 11:59

Республикала 700-ҙән ашыу кеше географик диктант яҙҙы

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/. 1 ноябрҙә Башҡортостанда, илдең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, Бөтөн Рәсәй географик диктанты уҙҙы. Акцияла республикабыҙҙан 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. «Минең илем — Рәсәй» диктанты М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Башҡорт дәүләт университетында, шулай уҡ Белоретта үтте.

Диктанттың тексында географик атамаларға, терминдарға, карталағы географик объекттарҙың урынлашыуына ҡағылышлы 25 һорау булды.

БДПУ-ғы аудиторияларҙың береһендә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев, БДПУ ректоры Рәил Әсәҙуллин һәм Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин диктант яҙҙы. Әйткәндәй, улар эштәрен башҡаларҙан алдараҡ тапшырҙы.

Иң бәләкәй ҡатнашыусы Екатерина Радыгинаға алты йәш булһа, иң өлкәне Тамара Петроваға — 80.

«Шуныһы ҡыуаныслы: кешеләр географик диктант менән ҡыҙыҡһына. Бында уҡыусыларҙы, студенттарҙы, эшләп йөрөүселәрҙе, пенсионерҙары күрергә мөмкин. Күбеһенең географияға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Диктант яҙырға Әбйәлил, Архангел, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондары вәкилдәре килгән. Артабан географик диктант матур йолаға әүерелер тип ышанабыҙ. Бәлки, чиновниктарҙың географияға мөнәсәбәте үҙгәрер, мәктәптәргә төбәк география компонентын кире ҡайтарырҙар», — тип билдәләне Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең ғилми секретары Закира Латипова.

Диктант һөҙөмтәләрен 10 декабрҙә Рус география йәмғиәте сайтынан ҡарап белергә мөмкин.