11 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2015 йыл, 10:21

Рөстәм Хәмитов Миланда «Экспо-2015» донъя күргәҙмәһен ҡараны

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Миланда (Италия) «Экспо-2015» донъя күргәҙмәһен ҡараны, шулай уҡ Башҡортостанға үҙҙәренең хеҙмәттәрен, технологияларын һәм продукцияһын тәҡдим иткән Италияның эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән ике тиҫтәгә яҡын осрашыу уҙғарҙы.

«Экспо-2015» — күләмле халыҡ-ара экспозиция, ул 1 майҙан 31 октябргә тиклем Миландың Fiera Milano күргәҙмә үҙәге биләмәһендә ойошторола. Унда 145 ил туҡланыу, агросәнәғәт һәм ауыл хужалығы технологиялары өлкәһендәге ҡаҙаныштар, шулай уҡ иң яҡшы продукция өлгөләре менән таныштыра.

Рәсәй павильонында Рөстәм Хәмитов Италия эшҡыуарҙары менән осрашты, һуңынан Италия, Германия, Ҡаҙағстан һәм Австрия павильондарын ҡараны.

Икенсе көндө республика Башлығы тағы ла 15 осрашыу үткәрҙе, унда Италияның эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән Башҡортостанда тормошҡа ашырыла башлаған йәки тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителгән тармаҡ проекттарын тикшерҙе. Атап әйткәндә, Италияның Giugiaro Architettura дизайнерҙар компанияһы, Qualitaly мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы, Bertocchi Elettromedicali медицина ҡорамалдарын етештереү компанияһы етәкселәре һәм башҡалар менән һөйләшеүҙәр булды.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Италия эшҡыуарҙары менән һөйләшеүҙәр импортты алмаштырыу сәйәсәте йәһәтенән бик мөһим. Сөнки «Экспо-2015» күргәҙмәһендә теге йәки был илдә етештерелгән продукттар ғына түгел, технологиялар ҙа тәҡдим ителгән. Был Рәсәйҙә һөт, ит һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе ҙур төбәк булараҡ республикабыҙ өсөн айырыуса актуаль. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко билдәләүенсә, республика көнбайыш продукцияһын үҙебеҙҙекенә алмаштырыу өсөн сыр эшләү ҡорамалдары менән ҡыҙыҡһына.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Европанан аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйыуға бәйле Башҡортостан менән Италия араһында тауар әйләнеше бер аҙ кәмегән, әммә Италияға яғыулыҡ, энергия ресурстары, химия тауарҙарын оҙатыу иҫәбенә ярайһы уҡ юғары.

— Беҙ ошо илдә Рәсәйҙең сауҙа вәкиллеге аша Италия эшҡыуарҙары менән эшләргә, шулай уҡ Өфөлә Италия йортон асыу кеүек башланғыстарға ярҙам итергә әҙер, — тине Башҡортостан Башлығы.