9 декабрь, Йома

30 октябрь 2015 йыл, 17:22

Өфөләрҙе «Нур» театрына «Күңелем йырлағанда» исемле кисәгә саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 ноябрҙә өфөләрҙе «Күңелем йырлағанда» исемле музыкаль-театрлаштырылған программаға саҡыралар. «Нур» театры һәм Яҙыусылар союзының берлектәге сараһы Әҙәбиәт йылы сиктәрендә ойошторола. Тамашала шағирҙар, яҙыусылар, драматургтар сығыш яһай.

Сәхнәнән театр артистары башҡарыуында саҡырылған авторҙарҙың йырҙары, шиғырҙары һәм әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Танылған шағирҙар Фәниә Ғәбиҙуллина, Дилә Булгакова, Асхар Кәшфуллин, Венер Фәттәхов, Хәлисә Мөхәмәҙиева, Илдус Фазлетдинов, Рим Хәсәнов, Фердинанд Бигашев, Дилбәр Булатова, Наил Ғәйетбаев, Марат Кәримов, Рәдиф Тимершин һәм Мөнир Вафин үҙҙәренең ижады менән һөйөндөрәсәк.

«Ошо ижади осрашыу әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн ысын байрам буласағына иманыбыҙ камил», — тине театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Гөлнур Усманова.

Кисә көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Инеү ирекле.