Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт лицейы уҡыусылары Башҡорт Юниор КВН лигаһы III миҙгеленең зона фестивалендә еңеү яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

28 октябрҙә Өфө ҡалаһының мәҙәни-ял итеү үҙәгендә башланған Башҡорт Юниор КВН лигаһы III миҙгеленең зона фестивале лидерҙары билдәләнде. Бына улар: Республика башҡорт лицей-интернаты («Башҡорттар.ру» командаһы), Әбйәлил районы Хәмит ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе («Хәмит» командаһы), Өфөнөң 159-сы мәктәбе («Хыялый зыялыйҙар» командаһы).

Зона фестивалендә командалар «Азия һәм Европа» темаһы буйынса КВН стилендә үҙенсәлекле сығыштар (сәләмләү) тәҡдим итте. Ошо этап еңеүселәре ярымфинал уйындарында ҡатнаша, һуңынан финалсылар билдәләнә. Уйын миҙгеле «Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя» темаһы аҫтында уҡыу йылы буйына дауам итәсәк.

«Тик ҡыҙҙар» (Учалы районы), «Беренсе формат» (Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты), «Илишыстайл» (Илеш районы) командалары ла фестивалдең номинацияларында билдәләнде.

Шаяндар һәм отҡорҙар уйыны башҡорт телендә КВН уйнаған йәштәр һәм уҡыусылар командаларының ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыуға ярҙамлашыу, уҡыусыларҙы милли мәҙәниәткә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Фестивалде ойоштороусылар — Башҡорт асыҡ Шаяндар һәм отҡорҙар клубы лигаһы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Өфө хакимиәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть