8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2015 йыл, 15:31

Төбәктә туроператорҙар Ҡыш бабай тирмәһенә Яңы йыл маршруттарын төҙөй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда туризм индустрияһы Яңы йылға әҙерләнә. Туроператорҙар башҡорт Ҡыш бабайының йортона маршрут төҙөй, күпселек отельерҙар ташлама яһарға әҙер.

Төп йорттоң ҡайҙа урынлашасағы 9 ноябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһағанда билдәле буласаҡ. Унда Өфө эргәһендәге райондар ҡатнаша. Бәйге шарттары буйынса Ҡыш бабайҙың резиденцияһы баш ҡаланан 150-160 саҡрым алыҫлыҡта урынлашырға тейеш.

«Республика туроператорҙары башҡорт Ҡыш бабайының Ҡунаҡ тирмәһен, ҡала шыршыларын һәм театр тамашаларын үҙ эсенә алған яңы маршруттар төҙөгән. Яңы йыл каникулдары ваҡытында туристик маршрут буйынса экскурсия автобустары йөрөйәсәк, улар ҡунаҡханалар, музейҙар, шыршы майҙансыҡтарында туҡталыш яһаясаҡ. Теләүселәрҙең барыһы ла экскурсияға ҡушыла ала», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында.

темалар: яңы йыл, туризм