Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

30 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Төҙөлөш, сәнәғәт, туризм һәм ҡунаҡхана бизнесы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, мәҙәниәт һәм сәнғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сауҙа, киң мәғлүмәт саралары, реклама өлкәләрендә эшләгән 62 хеҙмәткәр һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ордендар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

«Бында үҙ эшенең оҫталары, абруйлы белгестәр, үҙ һөнәренә тоғро, яуаплы кешеләр йыйылған. Улар хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм тырышлыҡ менән уңышҡа ирешеп булыуын раҫлай. Һис шикһеҙ, һеҙ — талантлы намыҫлы профессионалдар — Башҡортостандың төп ҡаҙанышы. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә республика Рәсәйҙең көслө, уңышлы төбәге булып тора», — тип билдәләне Сергей Молчанов.

«Мин эшемде бик яратам һәм коллектив менән бергә уны яҡшыраҡ башҡарырға, тыңлаусыларыбыҙҙы шатландырырға тырышам», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостандың Милли симфоник оркестры артисы Светлана Воронина. Ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть