8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2015 йыл, 13:00

Йәштәр театрында Сәнғәт төнө Вәсил Ханнановтың күргәҙмәһенән башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Сәнғәт төнөндә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры театрҙы, һынлы сәнғәтте һәм музыканы берләштергән программа әҙерләгән. Киске сәғәт 6-ла театр фойеһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнановтың «Башҡорт йыры» күргәҙмәһен асыу тантанаһы була. Тамашасылар күренекле рәссамдың картиналары менән таныша, шулай уға һынлы сәнғәт, ижад хаҡында һорауҙар бирә ала.

Музыкаль ҡунаҡханала ҡыллы квартет популяр классик музыка уйнаясаҡ. Киске сәғәт 7-лә Ҙур залда театраль тамаша ойошторола, халыҡтың яратҡан спектаклдәренән, шулай уҡ А.Шапироның «Дат тарихы» премьераһынан өҙөктәр, рус һәм башҡорт труппаһы актерҙары башҡарыуында йырҙар тәҡдим ителә. Башҡорт труппаһы Сыңғыҙ Айытматовтың «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» хикмәтен сәхнәләштерә.

темалар: сәнғәт төнө