9 декабрь, Йома

30 октябрь 2015 йыл, 12:24

Республика журналисы «Алтын стилус-2015» премияһына лайыҡ булды

фото: «Асыҡ инновациялар» сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә «Асыҡ инновациялар» форумында журналистарҙың «Алтын стилус-2015» премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Премияны Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы һәм ЭЛАР корпорацияһы булдырған.

2014 йылдың ноябренән 2015 йылдың сентябренә тиклем конкурсҡа Рәсәйҙең 37 төбәгенән 107 ғариза килгән. Эштәрҙең күбеһен Мәскәү, Татарстан һәм Санкт-Петербургтың киң мәғлүмәт саралары тәҡдим иткән. Премия номинанттары исемлегенә Екатеринбург, Ижевск, Ҡазан, Красноярск, Липецк, Мәскәү, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Һамар һәм Яңауыл (Башҡортостан) ҡалаларынан 13 журналистың эше ингән.

«Федерация» номинацияһында Удмурт Республикаһында электрон дәүләт хеҙмәттәрен үҫтереү проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында махсус репортажы өсөн «Удмуртия» телерадиокомпанияһы (Ижевск) мөхәррире Елена Реверчук еңеү яуланы.

«Мәҙәниәт» номинацияһында урындағы мәктәптәрҙә ҡулланылған яңы технологиялар хаҡындағы мәҡәләһе өсөн «Яңауыл таңдары» гәзитенән (Башҡортостан) Раушания Ғарифуллина бүләкләнде.

«Төбәк» номинацияһында Уралда дистанциялы банк хеҙмәтләндереүе сервистарын үҫтереү тураһында эксперт күҙәтеүе өсөн «Коммерсантъ-Урал» гәзитенән (Екатеринбург) Николай Яблонский еңеп сыҡты.

Жюри рәйесе, Татарстан Республикаһы Президенты һәм Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы советы рәйесе Рөстәм Миңлехановтың ҡушыуы буйынса, еңеүселәргә наградаларҙы Татарстан Премьер-министры Илдар Халиҡов тапшырҙы. Тантанала ғилми-техник өлкәлә Предприятиеларҙың бәләкәй формаларын үҫтереүгә ярҙам итеү фондының Күҙәтеү советы рәйесе Иван Бортник, ЭЛАР корпорацияһының вице-президенты Дмитрий Щербачев, Татарстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, республиканың мәғлүмәтләштереү һәм элемтә министры Роман Шәйхетдинов ҡатнашты.