3 декабрь, Шәмбе

30 октябрь 2015 йыл, 11:08

Ноябрь башында төбәктә тотороҡло ҡар ҡатламы ятыуы көтөлә — Башгидромет

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 7 ноябрҙән 10-на тиклем Башҡортостанда тотороҡло ҡар ҡатламы ятыуы көтөлә. Алдағы ял көндәрендә синоптиктар епшек ҡар һәм елдең көсәйеүен фаразлай.

«Шәмбе епшек ҡар яуасаҡ, ел көсәйәсәк. Республиканың айырым райондарында буран сығыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Төбәктә һауа температураһы 5-10 градус һыуыҡ. Айырым райондарҙа 15 градусҡа тиклем, көндөҙ 5 градус һалҡын», — тип хәбәр итте Гидрометеорология буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Вилора Горохольская.

темалар: һауа торошо