9 декабрь, Йома

30 октябрь 2015 йыл, 10:18

«Башҡортостан» ДТРК-һының яңы миҙгелендә «Хәбәрҙәр FM» радиоһы һөйләй башлай

фото: Олег Яровиков | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Башҡортостан» ДТРК-һының яңы миҙгелендә «Хәбәрҙәр FM» радиоһы һөйләй башлай. Радиостанцияның девизы — «Беренселәрҙән булып бел!».

«Аныҡ дата билдәле. 2 ноябрҙә Өфөгә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәкселәре килә. Атап әйткәндә, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитовты, шулай уҡ Волга буйы һәм Урал федераль округтарының Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы филиалдары етәкселәрен көтәбеҙ, — тип хәбәр итте «Башҡортостан» ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов. — Өфөгә «Хәбәрҙәр FM» радиостанцияһы журналистары Владимир Аверин һәм Гия Саралидзе килә».

ДТРК-һының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Элла Серебрякова һүҙҙәренсә, «Хәбәрҙәр FM» радиоһы Өфөлә өс йыл самаһы һөйләй, әммә быға тиклем уны 88.2 йышлығында тыңларға мөмкин ине.

«Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы филиалы «Хәбәрҙәр FM»ды үҙ ҡанаты аҫтына алды. Тапшырыуҙарыбыҙҙы 102.1 FM йышлығында алып барабыҙ. Төбәк программалары өсөн 15 минут бүленә», — тип аңлатма бирҙе Элла Серебрякова.

Әлегә «Хәбәрҙәр FM» Өфөлә һәм ҡала янында һөйләй.

«Шулай уҡ «Хәбәрҙәр FM» радиоһында йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Мәҫәлән, Тәлғәт Зәйнуллин «Хоккей көнөндә» тапшырыуын алып бара. Беҙ Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Артем Вәлиевты ла эшкә йәлеп иттек. Ул алып барыусы Элина Хәбибуллина менән «Беренсе кешенән» программаһы өҫтөндә эшләй. Был тапшырыу бик популяр», — тип һөйләне ДТРК-һының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе.

Тиҙҙән 102.1 FM тулҡынында «Реплика» программаһы эфирға сыға. Уны саҡырылған эксперттар алып бара. Тапшырыуҙа билдәле яҙыусы Михаил Чванов, журналист, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев, сәйәсмән Эдвард Мурзин ҡатнашты.

Яңы миҙгелдең презентацияһы тураһында һөйләгәндә телерадиокомпания директоры урынбаҫары Айрат Мусин сараның 2 ноябрҙә «Sheraton» отелендә уҙыуын билдәләне.