4 декабрь, Йәкшәмбе

29 октябрь 2015 йыл, 18:01

Мәскәүҙә «Асыҡ инновациялар» форумында Башҡортостандың ҡояш электр станцияһы эшенә старт бирелде

фото: Руслан Шәймөхәмәтов

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Мәскәүҙә «Асыҡ инновациялар» форумында Башҡортостандың ҡояш электр станцияһын файҙаланыуға старт бирелде. 29 октябрҙә Хәйбулла районының Бүребай ауылында «Хевел» компанияһы 10 МВт ҡеүәтле Бүребай ҡояш электр станцияһының беренсе сиратын сафҡа индерҙе. Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак, «Ренова» компаниялар төркөмөнөң юғары технологиялы активтарын үҫтереү буйынса директоры Михаил Лифшиц һәм РОСНАНО идараһы рәйесе Анатолий Чубайс «Асыҡ инновациялар» форумы майҙансығынан телекүпер аша станцияны сафҡа индереүгә рөхсәт бирҙе. Бүребай ауылынан республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Илдар Шахмаев, «Хевел» компанияһының генераль директоры урынбаҫары Олег Шуткин һәм Хәйбулла районы башлығы Раил Ибраһимов станцияны файҙаланыуға рөхсәт итте.

Икенсе сиратты сафҡа индергәс, Бүребай станцияһының дөйөм ҡеүәте 20 МВт тәшкил итәсәк. Станция өсөн ҡорамалдарҙың 70 проценттан ашыуы Рәсәйҙә етештерелгән.

Бүребай ҡояш электр станцияһы — «Хевел» компанияһының Башҡортостанда төҙөргә ниәтләгән ете станцияның беренсеһе. Төбәктәге бөтә ҡояш электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 59 МВт тәшкил итәсәк, инвестицияларҙың дөйөм күләме алты миллиард һумдан ашыу тип баһалана, тип хәбәр иттеләр РОСНАНО идараһының матбуғат хеҙмәтендә.