4 декабрь, Йәкшәмбе

29 октябрь 2015 йыл, 17:16

Өфөлә йәш яҙыусыларҙың әҙәби фестивале ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19 ноябрҙә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Йәштәр тауышы» йәш яҙыусыларҙың әҙәби фестивале уҙғарыла. Быйыл фестиваль Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арналған. Сараны ойоштороусылар — республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте.

Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова хәбәр итеүенсә, йыл һайын «Йәштәр тауышы» серияһында әҙәбиәт өлкәһендә һиҙелерлек аҙымдар яһаусы йәш авторҙарҙың әҫәрҙәре баҫыла. Быйыл «Китап» нәшриәтендә ошо проект һөҙөмтәһендә яҙыусыларҙың рус, башҡорт һәм татар телдәрендә биш китабы донъя күрҙе. Бына улар: Розалиә Зарипова («Ерем моңо»), Миңлегөл Тайсина («Бала саҡ күҙҙәре»), Хәким Алсынбаев («Күңел дәфтәре»), Михаил Кривошеев («Өфө ярымутрауы»), Илүсә Исмәғилева («Йыһандың бер тамсыһы»).

Фестивалдә тамашасыларҙы быйыл «Йәштәр тауышы» серияһында баҫылған йыйынтыҡ авторҙары — йәш яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыу көтә, шулай уҡ китаптарҙың исем туйы була. Бынан тыш, байрам программаһында башҡорт эстрадаһы артистарының сығыштары ҡаралған. «Китап» нәшриәтендә донъя күргән иң яҡшы китаптар күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Сара киске сәғәт 5-тә башлана. Инеү ирекле.