6 декабрь, Шишәмбе

29 октябрь 2015 йыл, 16:31

Республиканан 57 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә 57 күп балалы ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы 29 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда уҙҙы, уны вице-премьер Салауат Сәғитов үткәрҙе.

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе күп балалы әсә Екатерина Катерикинаға 31 генә йәш: «Беренсе ҡыҙыбыҙ тыуғас, 10 йылдан һуң биш бала әсәһе булырмын тип уйламаным да. Ирем малайыбыҙ булыуын теләне. Бары дүртенсе тапҡырҙан ғына уның хыялы тормошҡа ашты. Сабыйға ҡыҙҙар араһында бер үҙенә күңелһеҙ булмаһын тип, тағы ла бер ул таптыҡ, — тип һөйләй ҡатын. — Балаларыбыҙҙы наҙға, һөйөүгә сорнап үҫтерергә тырышабыҙ».

«Күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы данлап ниндәй генә изге һүҙҙәр әйтһәк тә, аҙ булыр кеүек. Бер танылған яҙыусы әйткәнсә, ерҙә сабыйҙарҙың тәтелдәүенән дә тантаналыраҡ гимн юҡ. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, һеҙ уларҙы һәр саҡ йөрәгегеҙ аша үткәрәһегеҙ, —  тип билдәләне Салауат Сәғитов, әсәләргә наградаларҙы тапшырып. — «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны йылдан-йыл артыуы ҡыуаныслы. Бөгөн республиканың төп бурыстарының береһе — төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу. Дәүләт яғынан күп балалы әсәләргә ярҙам итеү өсөн тейешле саралар күрелә, тип әйтә алам».