3 декабрь, Шәмбе

29 октябрь 2015 йыл, 15:20

Башҡортостан таможняһы иң ҡеүәтле инвестиция проекттарын атаны

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан таможняһы республикалағы етди инвестиция проекттарын атаны. Ведомство начальнигы вазифаһын башҡарыусы Юрий Соколов «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткәрелгән брифингта тышҡы сауҙа әйләнеше тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, сит ил һәм Рәсәй инвесторҙарының өҫтәмәһен алған предприятиеларҙы атаны.

Улар «Салаватстекло» заводы — 1 миллиард 268 миллион һум; «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһы — 2 миллиард 147 миллион; «Кроношпан» — 6 миллиард; «Газпром нефтехим Салауат» акрил кислотаһы етештереү заводы — 8 миллиард 285 миллион һум.