7 декабрь, Шаршамбы

29 октябрь 2015 йыл, 14:43

Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлығы рейтингында Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлы рейтингында Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инде. Республика унынсы урынды биләне, Краснодар һәм Красноярск крайҙары, Омск өлкәһе — лидерҙар рәтендә.

Рәсәйҙең Финанс министрлығы сайтында 2015 йылда бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлығы кимәле буйынса Рәсәй субъекттары рейтингының яҡынса йомғаҡтары баҫылған. Тикшереүҙе Ғилми-тикшеренеү финанс институты һәм Ғәмәли иҡтисад үҙәге үткәрә. Мониторинг үткәреү һәм рейтинг төҙөүҙең дүрт этабы ҡаралған. Ошо йылдың декабрендә һуңғы йомғаҡ яһала.

Тикшереүҙәр мәғлүмәттең ни тиклем мөһим булыуын, шулай уҡ төбәк халҡының бюджет мәсьәләләрен тикшереүҙә ни тиклем әүҙем ҡатнашыуын күрһәтәсәк.

Рейтинг төҙөү методикаһы Ғилми-тикшеренеү финанс институты сайтында баҫылған.

темалар: рейтинг, бюджет