Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә Фирҙәүес Хисаметдинованың юбилейы уңайынан диалектология буйынса ғилми конференция уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә күренекле башҡорт телсеһе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинованың 65 йәшенә арналған «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре» XV Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы уҙғарыла. Форумды IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойоштора.

Сарала ғалимдар, республика һәм ҡалаларҙағы академик институттарҙың ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнаша. Шулай уҡ был эшкә юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, аспиранттар, студенттар һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡытыусылары йәлеп ителәсәк.

«Төрки диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре», «Славян, фин-уғыр диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре», «Диалектология һәм этнолингвистика», «Лексикология һәм лексикография», «Диалектология һәм оҡшаш дисциплиналар», «Тел ғилеменең дөйөм мәсьәләләре», «Когнитив һәм ғәмәли лингвистика» секцияларында эшләү ҡаралған. Бынан тыш, конференция барышында Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре Фирҙәүес Хисаметдинованы юбилейы менән ҡотлау планлаштырыла.

Ғаризаны һәм мәҡәләне 30 октябргә тиклем  dialectologiya2015@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Телефон: (347) 235-60-50. Докладтар һәм сығыштар конференция башланыр алдынан баҫылып сығасаҡ. Сара 20 ноябргә тәғәйенләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть