Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Мәскәүҙә «Асыҡ инновациялар» форумында БДМУ-ның йәш ғалимдары Башҡортостан менән таныштыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең ВДНХ майҙансығында барған «Асыҡ инновациялар» форумында Башҡорт дәүләт медицина университетының йәш ғалимдары республика менән таныштыра. Валентин Кудряшов һәм Эдуард Ғәлләмовтың яңы эштәре студенттарҙы, интерндарҙы һәм ординаторҙарҙы уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән. Был — эндоскопия хирургияһында мануаль оҫталыҡты үҫтереү өсөн модулле программа-тренажер.

«2015 йылдың башында БДМУ-ның дөйөм хирургия кафедраһында беҙҙең тренажерҙар ярҙамында әҙерләнгән симуляция класы асылды, — тип һөйләне Валентин Кудряшов. — Университеттың хирургия кафедраларында ошондай бер нисә класс асырға һәм артабан ошо эштәрҙе белем биреү программаларына индерергә ниәтләйбеҙ».

«Асыҡ инновациялар» форумында Рәсәй һәм сит ил компанияларының яңы асыштары күрһәтелә.

Уның сиктәрендә Инновациялар шоуы, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ һәм яңы технологиялар өлкәһе эксперттарының оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. «100 инноватор» халыҡ-ара төркөмө булдырыла, унда компанияларҙың 35 йәшкәсә вәкилдәре ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть