Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә хоккей майҙансығы асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә хоккей майҙансығы асыла. Халыҡ һайланыусылары һайлаусыларҙың наказдарын үтәүен дауам итә, тип хәбәр итә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе. Тиҙҙән Совет районында яңы спорт объекты барлыҡҡа киләсәк.

Комсомол урамындағы 37-се йортта йәшәүселәр граждандар сходында заманса балалар өсөн уйын һәм хоккей майҙансығы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар республика Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы Тимур Хәкимовҡа үҙ наказын бирҙе. «Реаль эштәр» проектын тормошҡа ашырыу барышында балалар өсөн уйын компексы йәй көнө үк ҡоролған. Хәҙер төҙөүселәр икенсе объектты ла файҙаланыуға тапшырырға әҙер. Майҙансыҡты төҙөгәндә вандализмдан һаҡлаусы заманса материалдар ҡулланылған. Йәйгеһен бында мини-футбол һәм башҡа уйындар, ҡышын хоккей уйнарға мөмкин буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть