9 декабрь, Йома

29 октябрь 2015 йыл, 10:30

Өфөлә Максим Дунаевский һәм Артур Нәзиуллиндың гала-концерты була

фото: Олег Яровиков | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29 октябрҙә Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» һарайында, 30 октябрҙә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Максим Дунаевский, Артур Нәзиуллин һәм яңы быуын йондоҙҙары» проектының гала-концерты була. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында проектты ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

«Данлыҡлы Дунаевскийҙар династияһы вәкиленең һәм билдәле музыканттарҙың килеүе — республикабыҙ өсөн ҙур мәртәбә. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ошо концертта көтөп ҡалабыҙ. Унда билдәле йырҙар яңыса яңғыраясаҡ», — тине республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов.

Проектты Өфөлә күрһәтергә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мәскәү дәүләт филармонияһы солисы, кларнетсы Артур Нәзиуллин тәҡдим иткән.

«Өфөгә килеүем — үҙе бер байрам. Кисә «Йондоҙлоҡ» исемле премияны тапшырҙым, һәләтле балаларҙың сығыштарын ҡараным, — тип һөйләне Артур Нәзиуллин. — Был проект минең өсөн бик ҡәҙерле, сөнки унда дуҫтарым, тәү сиратта капитаныбыҙ Максим Дунаевский ҡатнаша. Концертта төрлө музыка яңғыраясаҡ. Маэстро үҙе алып барасаҡ һәм Башҡортостан тамашасыларына бер нисә номер бүләк итәсәк».

Максим Дунаевский һәм Артур Нәзиуллин менән бергә сәхнәлә шулай уҡ халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған йәш артистар сығыш яһай. Улар Рәсәй Президенты грантына эйә булыусы, виолончелдә уйнаусы Арсений Чубачин, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, пианист Владимир Седов (фортепиано), Башҡорт опера һәм балет театры солисткаһы Дилара Иҙрисова. Программаның махсус ҡунағы — «Тауыш» программаһы финалсыһы, билдәле джаз йырсыһы Марианна Савон.

«Мин Өфөлә өсөнсө тапҡыр һәм йәнә мине дуҫым, иҫ киткес музыкант Артур Нәзиуллин саҡырҙы. Өфөгә ҙур теләк менән киләм. Ҡаланың мәҙәни үҫешен күреү бик күңелле», — тине Арсений Чубачин.

Салауатта танылған музыканттар һәләтле балалар өсөн дүрт номинация: тынлы, ҡыллы инструменттар, академик вокал һәм фортепиано буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

темалар: ижади проект