Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе «Быуын» II республика конкурсына саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Быуын» II республика конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлауы хаҡында иғлан итте. Сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм «Тамыр» телеканалы ярҙамында уҙғарыла.

Бәйгелә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр ҡатнаша. Ата-әсәләр үҙҙәрен «Атай ҙа, әсәй ҙә эшләй ала» ижади конкурсында һынап ҡарай алһа, өләсәйҙәр һәм олатайҙар өсөн «Һөйлә!» тигән ярыш ойоштороласаҡ. Шулай уҡ конкурсанттарҙы «Минең быуыным!» күргәҙмә-презентацияһы һәм «Модалы ғаилә» дефилеһы көтә.

Ғаризалар 20 ноябргә тиклем igulshat2010@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Сара 9 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙғарыла.

«Быуын» конкурсы ғаиләне, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, тәрбиә биреүҙең мәҙәни һәм милли традицияларын өйрәнеүгә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр менән тәжрибә алмашыуға йүнәлтелгән

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть