10 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2015 йыл, 17:19

«Бөтә Өфө» каналының спорт тапшырыуҙары етәксеһе — Бөтә Рәсәй спорт киноһы һәм телевидениеһы фестивале еңеүсеһе

фото: Өфө хакимиәте сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Бөтә Өфө» каналының спорт тапшырыуҙары етәксеһе Лилиә Шафиҡова Бөтә Рәсәй спорт киноһы һәм телевидениеһы фестивалендә «Спорт һәм йәмғиәт» номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Журналистың «Спорт һәм шәхес» жанрындағы эштәре һәм «Бөтә Өфө» телеканалының яңылыҡтар сығарылышы абруйлы конкурстың финалына сыҡты. Улар фестиваль барған көндәрҙә Тольятти кинотеатрҙарында күрһәтелде.

«Спорт өлкәһендә эшләгән билдәле кинематографистар араһында беренсе булыу — минең өсөн ҙур мәртәбә. Был беҙҙең спорт редакцияһы өсөн юлдың башы ғына. Артабан ниндәй йүнәлештә үҫешергә кәрәклеген беләм», — тип билдәләне Лилиә Шафиҡова.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Рязань, Углич, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙың билдәле кинематографистары 70-тән ашыу эш тәҡдим иткән. Нигеҙҙә, улар — документаль, тулы метражлы фильмдар, спорт тураһында тапшырыуҙар.