11 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2015 йыл, 16:34

Баш ҡалала «Turkvision-2015» конкурсында ҡатнашыу өсөн дәғүәселәр һайлап алынасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Turkvision-2015» III Халыҡ-ара телевизион йыр бәйгеһенең төбәк һайлап алыу турына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Ярымфинал 30 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем Өфө балалар филармонияһында уҙа.  

TNB телеканалының Башҡортостандағы рәсми вәкиле Айгөл Әхмәҙиева хәбәр итеүенсә, 11 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында финалдың төбәк этабы һәм гала-концерт уҙа. Программаны «Туған тел» телеканалы күрһәтәсәк.

Быйыл йыр бәйгеһендә, өлкәндәрҙән тыш, балалар ҙа ҡатнаша. Гала-концертта Айҙар Ғәлимов, Светлана Арғынбаева, Вилдан Яруллин, Гөлсөм Бикбулатова, Дияна Ишниязова, Зилиә Бәхтиева, Марсель Ҡотоев, Зөлхизә Илбәкова, Алина Дәүләтханова, «Әс-Сәләм» һәм «Евразия» төркөмдәре сығыш яһаясаҡ.

Конкурстарҙың финалы Истанбулда уҙа. «Bala Turkvision» — 15 декабргә, «Turkvision-2015» 17-19 декабргә тәғәйенләнгән. Бәйге 25 төрки телле илдәрҙән һәм автономияларҙан йырсыларҙы, эстрада коллективтарын берләштерәсәк. «Turkvision» конкурсының маҡсаты — донъя киңлегендә төрки телле халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген, рухи асылын һаҡлап ҡалыу. Уны үткәреү идеяһын ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы тәҡдим иткән. Конкурс 2013 йылда — Төркиәлә, былтыр Ҡазанда ойошторолдо. Унда Азербайжан, Алтай, Башҡортостан, Ғағауыз, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡырым, Македония, Төркиә, Татарстан, Хакасия һәм башҡа илдәрҙән йырсылар, төркөмдәр ҡатнашты.