5 декабрь, Дүшәмбе

28 октябрь 2015 йыл, 15:41

Төбәктә пенсионерҙың йәшәү минимумы 1329 һумға артты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда пенсионерҙың 2016 йылға йәшәү минимумы 7842 һум күләмендә билдәләнгән. Тейешле закон республиканың рәсми интернет-порталында баҫылған.

«Дәүләт социаль ярҙамы тураһында»ғы Федераль законда ҡаралғанса, йәшәү минимумы күрһәткесе пенсияға социаль өҫтәмә билдәләү өсөн файҙаланыла. Пенсионерҙың 2016 йылға йәшәү минимумы дәүмәле «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында» Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнгән ҡулланыусылар кәрзиненә һәм ҡулланыусылар хаҡтары кимәле тураһында рәсми статистика мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп билдәләнгән.  

2015 йылда пенсияға социаль өҫтәмәне билдәләү өсөн пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле 6513 һум тәшкил итә.