5 декабрь, Дүшәмбе

28 октябрь 2015 йыл, 15:16

Республикала «Хәйбулла энциклопедияһы»ның исем туйы булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Хәйбулла энциклопедияһы»ның исем туйы үтте. Баҫма Әҙәбиәт йылында райондың юбилейына хәйбуллалар өсөн ҙур бүләк булды, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә.

Сарала район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры Уйылдан Сәйетов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары, материалдар туплауға тос өлөш индергән кешеләр ҡатнашты.  

«Хәйбулла энциклопедияһы»нда райондың административ-территориаль ҡоролошо, хәҙерге хәле, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, халыҡ ижады, ауыл хужалығы, сәнәғәт үҫеше сағылдырылған, шулай уҡ тәбиғәт ресурстары, географик объекттар, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы һүрәтләнгән. Энциклопедияла 1800-гә яҡын, шул иҫәптән 1000 самаһы библиографик мәҡәлә, 650-нән артыҡ иллюстрация бар.

«Был әһәмиәтле ваҡиға. Район үҫешә, уның киләсәге бар. Киләсәкте ошонда йәшәгән һәм тыуған яғына битараф булмаған кешеләр төҙөй. Энциклопедия — бик кәрәкле китап. Тарихыңды, тамырҙарыңды белеү тыуған төйәгең менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Был Әҙәбиәт йылында райондың юбилейына хәйбуллалар өсөн иң яҡшы бүләк булды, тип иҫәпләйем», — тине «Хәйбулла энциклопедияһы» баҫмаһының редакция коллегияһы рәйесе Раил Ибраһимов.

Раил Ибраһимов Хәйбулла районы тарихын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға, баҫманы әҙерләүгә ҙур өлөш индергән «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә, мәҡәлә авторҙарына һәм эшсе төркөм ағзаларына рәхмәт хаттары тапшырҙы.